Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2019, 11:36

"Өмә яҡшы ойошторолғанда ғына һәйбәт үтә". 6 апрелдә быйылғы беренсе дөйөм республика өмәһе була.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров район-ҡала, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы етәкселәренә ҡыштан һуң биләмәләрҙе тәртипкә килтереүҙе ойошторорға ҡушты.


“Һәр өмә барыһы ла яҡшы ойошторолғанда ғына һәйбәт үтә”, – тине республика етәксеһе һәм халыҡтың был эшкә байрамса кәйеф менән сығыуын теләне.


Быйыл дөйөм республика өмәләре 6 һәм 27 апрелгә планлаштырылған. Бынан тыш, урындағы власть вәкилдәре өҫтәмә көндәр ҙә билдәләй ала. Мәҫәлән, Өфөлә ҡала өмәләре 13 һәм 20 апрелдә буласаҡ.


Сарала 11-ҙән ашыу төр эш ҡаралған: сүп-сар йыйыу, ағастарҙың олонон ағартыу, фасадтарҙы буяу, үҫентеләр ултыртыу һ.б. Айырым квалификация талап иткән хеҙмәттәргә белгестәр йәлеп ителә.


Өмәлә ҡатнашырға теләгән һәр кеше урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Унда эш өсөн кәрәк-яраҡ, бирсәткә һ.б. бирелергә, биләмә тәғәйенләнергә тейеш. Ғәҙәттә, йыйылыу ваҡыты иртәнге сәғәт 9-ҙа. Төшкә ҡәҙәр эш тамамланырға тейеш.


Уҡыусылар өмәлә ҡатнашырға тейешме? Бының өсөн уның ата-әсәһе яҙма рөхсәт бирергә тейеш. Ул булһа, бала мәктәп яны биләмәһен тәртипкә килтереүҙә ҡатнаша ала. Ваҡыты билдәләнгән: өмәгә сығыуы миҙгелдә ике тапҡырҙан һәм һәр береһе дүртәр сәғәттән ашырға тейеш түгел. Шул уҡ ваҡытта балаларға хәүефһеҙлек техникаһы тураһында мотлаҡ аңлатыу, сүп-сар йыйыу өсөн тоҡ, шәхси һаҡланыу саралары (резина бирсәткәләр, кәрәк икән - респираторҙар) биреү мөһим.


Автор: И. ҠОРМАНОВА.
Читайте нас: