Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Апрель 2019, 13:17

Ҡариҙел районы Комсомол ауылында яңы пекарня асылды

Комсомол ауылында “Ҡайнар икмәк” шәхси пекарняһы эшләй башланы. Уны асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин, Ҡараяр ауыл биләмәһе башлығы Владислав Пайкиев, “КаСоЛ” йәмғиәте етәксеһе Фәрдәт Шәмсетдинов һәм башҡалар ҡатнашты.

Ҡыҙыл таҫманы Илдар Вил улы киҫте. Ул йыйылыусыларҙы шатлыҡлы ваҡиға менән тәбрикләне һәм бирелә бешерелгән хуш еҫле икмәктең кешеләргә шатлыҡ килтереүен һәм уға ихтыяждың ҙур булыуын теләне.

Әлегә тиклем ауылда икмәк бешерелде. Тик бар уңайлыҡтары булған пекарня юҡ ине. Эшҡыуар Әдис Закиров үҙенең “Ихлас” кибетенә яңы төкөтмә төҙөнө. Ул иркен, яҡты, йыһаздар өсөн дә урын етерлек.

Бында рус мейесендә Мария Исхаҡова менән Людмила Мосатова бер ниндәй химик ҡатнашмалар ҡушмайынса, эсетке яһап тәмле икмәк бешерә. Хуш еҫле ризыҡты Комсомол ауылы халҡынан тыш Ҡараяр, Абдулла кешеләре лә бик яратып һатып ала. Әлегә етештереү күләме ҙур түгел, утын менән бер тапҡыр яғылған мейестә ашнаҡсылар көнөнә 150 буханка икмәк бешерә. Киләсәктә бирелә икмәктең күләмен дә, ҡамыр ризыҡтары төрҙәрен дә арттырырға иҫәпләйҙәр.

Әдис Кәлимулла улы баҙар системаһы менән күп йылдар мәшғүл, урман әҙерләү һәм сауҙа эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Хәҙер бына икмәк тә бешерә башланылар. Уға яңы кәсебенең уңыш килтереүен теләйбеҙ.

Люция Карамова.
Читайте нас: