Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2019, 12:22

Өфөлә һылыуҡай принцессалар балында Асҡын ҡыҙҙары ҡатнашты



Театрҙа уларҙы парикмахерҙар, грим оҫталары, йыр-моң менән ҡаршы алдылар.

Өфөлә кескәй һылыуҡайҙар Принцессалар балына йыйылды

Принцессалар балын талғын бейеүҙәрҙән башҡа күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Балалар Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжы студенттары менән вальс әйләнде. Әкиәт геройҙары менән бергә төрлө уйындарҙа ҡатнашты, Асҡар Абдразаҡовтың сығышын ҡараны.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, әлбиттә, бөтәһен дә бер юлы йыйыу мөмкин түгел. Әммә физик мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн төрлө саралар ойоштороу дауам итәсәк, береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ.

Хореография колледжына тиҫтерҙәре уйнаған "Морозко" спектакле лә балаларҙың күңеленә хуш килде, улар тамашаны тын да алмай ҡараны. Ҡунаҡтарҙы республика етәксеһе лә тәбрикләне, һеҙгә түҙемлек, сабырлыҡ теләйем. Ә беҙ һәр саҡ ярҙам итергә әҙер, тине Радий Фәрит улы.

Байрам һуңында балларға иҫтәлекле бүләктәр ҙә тапшырылды. Ә иң ҙур бүләк ул күңелдә — онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар, сағыу хәтирәләр.
Читайте нас: