Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2019, 18:26

Балтас районы Түбән Һикеяҙ ауыл мәҙәниәт йорто гөрләп торор

Түбән Һикеяҙ ауыл мәҙәниәт йорто “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәнтөйәк мәҙәниәте” федераль проекты конкурсында еңеү яуланы. Проект матди-техник базаны нығытыуға һәм ағымдағы ремонтты үткәреүгә йүнәлтелгән. Был маҡсатта өс миллион 699 мең һум аҡса бүленә.

Күптән түгел ошо йәһәттән Түбән Һикеяҙ мәҙәниәт йортонда ауыл халҡы ҡатнашлығында йыйылыш үтте. Сарала район хакимиәте башлығының социаль һорауҙар һәм кадрҙар эше буйынса урынбаҫары Фирдәүес Рәхимов, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы Башҡортостан төбәк бүлегенең урындағы бүлексәһе секретары Илнур Сираев, Түбән Һикеяҙ ауыл биләмәһе башлығы Фирдинант Арысланов сығыш яһаны.

Фирдинант Назиф улы Түбән Һикеяҙ ауыл мәҙәниәт йорто бинаһына ағымдағы ремонтты үткәреү һәм музыка, ут йыһаздары һатып алыу буйынса халыҡтың теләктәрен еткерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы, 2018 йылда ауыл халҡы мәҙәниәт йорто бинаһына капиталь ремонт яһатыу эше менән Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына инде. Был “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектында ҡатнашыуға нигеҙ булды. Ҡыуаныслы ваҡиға уңайынан район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡына матур байрам концерты бүләк итте.
Читайте нас: