Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Февраль 2019, 17:53

“Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе итеп Асҡын егете Салауат Әхмәҙуллин һайланды

Салауат Йәмил улы Асҡын районы Иҫке Күскилде ауылында тыуып үҫкән. Ул Рәсәй Фәндәр академияһы Рәсәй тарихы институтының Рәсәй халыҡтары тарихы һәм этник-ара бәйләнештәр үҙәге хеҙмәткәре, “Һәләт” мәҙәни үҙәге етәксеһе.

Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары шулай уҡ рәйестең ике урынбаҫарын һайланы. Улар – Радмир Мөфтәхин һәм Илдар Тауылбаев. Башҡарма комитетҡа 18 кеше һайланған, шулай уҡ быйыл үтәсәк V Бөтә донъя ҡоролтайына биш делегат билдәләнгән.
Читайте нас: