БСТ каналы “Сәләм” программаһында Ҡыйғаҙы мәктәбе директоры Ринат Саҙрыев менән Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Ноғоманова Асҡын районынан сыҡҡан билдәле кешеләр тураһында ғорурланып һөйләне. Тапшырыуҙы ҡараусы асҡындарҙан да бик күп шылтыратыуҙар булды, хатта сит район һәм ҡалаларҙа йәшәүсе яҡташтарыбыҙ ҙа әүҙемлек күрһәтте.