Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль 2019, 13:45

Иртәгә "Сәләм" программаһын ҡарағыҙ! Асҡындар ҡатнашасаҡ

Иртәгә, 15 февралдә, БСТ каналы “Сәләм” программаһында Асҡын районынан сыҡҡан билдәле кешеләр тураһында һүҙ барасаҡ. Сәғәт иртәнге туғыҙҙан унға тиклем Ҡыйғаҙы мәктәбе директоры Ринат Саҙрыев, Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Ноғоманова студияла булсаҡ. Асҡындар иртәнге программала 8 (347)292-59-85 телефонына шылтыратып, шулай уҡ WhatsApp: 8(937) 30-77-177 мобиль мессенджеры номерына СМС-хәбәр ебәреп әүҙем ҡатнаша ала.

Наталья Пушкарева.
Читайте нас: