Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль 2019, 17:23

Асҡындың "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Афған яугиры менән осрашты

Осрашыуға балалар алдан уҡ әҙерләнде. Тәрбиәсе Глүсә Ғәлиева етәкселегендә бәләкәстәр хәрби темаға йырҙар өйрәнде, шиғырҙар ятланы, Афған һуғышы тураһында документаль материалдар менән танышты, фильмдар ҡараны һәм бүләктәр әҙерләне.

Олег Николаевич Афғанстанда 1985 йылдың февраленән 1986 йылдың октябренә тиклем хеҙмәт итә. Ул осрашыуҙа балаларға хәрби хеҙмәт йылдары тураһында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе. Глүсә Хисаметдин ҡыҙы Афғанстанда хеҙмәт иткән Асҡын егеттәре, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Дарвин Суфиянов тураһында бәйән итте.

Малайҙар һәм ҡыҙҙар ҡунаҡты байрам менән ҡотлап, әҙерләгән бүләктәрен бирҙе, йырҙар йырланы, шиғырҙар һөйләне, иҫтәлеккә фотоға төштөләр. Илһөйәрлек тәрбиәләү, батырҙарыбыҙ, билдәле яҡташтарыбыҙ менән танышыу маҡсатында үткәрелгән сара бәләкәстәр күңелендә оҙаҡҡа һаҡланыр.

Розалия Әғләмова, “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы мөдире.
Читайте нас: