Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Февраль 2019, 13:09

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Төхвәт Ниғәмәт улы Фәтхуллинға 99 йәш тулды

Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин менән район гәзиттәре редакторы Регина Шәйдуллина Асҡын ауылында булып, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны — яу юлын 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында үткән Төхвәт Ниғәмәт улы Фәтхуллинды 99 йәше менән ҡотланы. Ҡыҙында ҡунаҡта булған Төхвәт Ниғәмәт улын Асҡын ауыл Советы хакимиәте башлығы Рәзиф Махатов, райондың ветерандар советы рәйесе Сәфәрғәли Мөғтәбәров та ҡотланы.

Данлы ла, маҡтаулы ла тормош юлы үткән ветеран бөгөн биш балаһының, 13 ейән-ейәнсәренең, 11 бүлә-бүләсәренең һөйөүен тойоп йәшәй.
Читайте нас: