30 ғинуарҙа яугир-интернационалистар Азат Әхмәтйәнов, Йәүһәт Шәйәхмәтов, Илшат Ғәлләмов, шулай уҡ республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәт-методик үҙәгенең төньяҡ филиалы педагог-психологы Наза Миңлеғәлиева “Туган тел” каналының “Балкыш” тапшырыуында төштөләр. Был тапшырыу совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 30 йыл тулыуға бағышланған.