Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Ғинуар 2019, 14:08

Мишкәлә тапҡырҙар һәм шаяндар ярышты


Уйында Оло Сухояз мәктәбенең “Крутой вираж” командаһы, Кесе Нәкәрәк мәктәбенең “Меж строк” командаһы, Ф. Бүләков исемендәге 1-се һанлы Лицейҙың “Лица Лицея” командалары юл ҡағиҙәләрен иң яҡшы белеүсе исемен яулау өсөн үҙ-ара көс һынашты.

Конкурстың беренсе этабы — “Сәләмләү”. Был конкурста бар командалар ҙа тос, ҡыҙыҡлы шаяртыуҙар әҙерләгән, шулай ҙа “Лица Лицея”лар беренсе конкурста уҡ алдынғылыҡҡа сыҡты.

“Скутер: рәхим итеп шыуығыҙ!” конкурсында һүҙ капитандарға бирелде. Команда лидерҙары был ярышта тулыһынса һәләттәрен асты, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләне, фәлсәфәүи уйҙарға бирелде, шиғыр юлдары менән был төр транспорт сараһы тураһында бәйән итте.

Музыкаль конкурста барыһы ла уңышлы сығыш яһаны. Йыр-бейеү аша юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнде һәм уларҙы боҙмаҫҡа саҡырҙы.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынға 28,6 балл йыйып “Лица Лицея”командаһы сыҡты. Улар февралдә Ҡариҙел районында үтәсәк төбәк-ара бәйгелә район данын яҡлап сығыш яһаясаҡ. 25 балл йыйып, Кесе Нәкәрәк мәктәбенең “Меж строк” командаһы икенсе урын яуланы. Оло Сухояздың “Крутой вираж” командаһы 15,6 балл йыйып, өсөнсө урынға лайыҡ булды.

Лилиә Хәсәнова.
Читайте нас: