Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Ғинуар 2019, 12:45

Ҡариҙелгә Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов килеп китте

Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов үҙенең урынбаҫары Азат Әхтәмов һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратының урман хужалығы һәм агросәнәғәт комплексы департаменты директоры Светлана Белова менән район предприятиеларында булды.

Улар “Луч”, Азатлыҡ, “Альпийский”, “Уфалеспром” (Байҡыбаш ауылы) йәмғиәттәрендә, А. М. Камалыевтың (Абыз ауылында) күмер производствоһын ҡараны.

Өфө ҡунаҡтары етәкселәр менән аралашып, пландары менән ҡыҙыҡһынды, өҫтөнлөклө республика проекттары тураһында һөйләне.

Район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин үҙ сиратында урман һәм ағас эшкәртеү тармағының төп күрһәткестәре менән таныштырҙы, урман майҙандарын арендаға алыусылар менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙарын да билдәләне.

Читайте нас: