Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар 2019, 18:14

“Ҡышҡы уйындар”ҙа Борай районы халҡы рәхәтләнеп ял итте

Матур традицияға әйләнгән “Ҡышҡы уйындар” мәҙәни-ял сараһы быйыл да майҙанға район халҡын йыйҙы. Сәхнә гөрләп торҙо.Тамашасылар күмәк бейеүгә ихлас ҡушылды.


Балалар ижады йорто педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре барыһын да Яңы йыл менән ҡотланы. “Жасмин” бейеү һәм “Ынйыҡайҙар” йыр ансамблдәре ҡыш һәм Яңы йыл тураһындағы сығыштарын бүләк итте. Бирегә йыйылыусыларҙы, малай һәм ҡыҙҙарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Николай Хәмәтдинов байрам менән ҡотланы. 2019 йыл хужаһы Ҡабан да тәбрикләүҙәргә ҡушылып, флешмобҡа саҡырҙы. Сәхнәгә гимназия уҡыусылары күтәрелде. Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, Яңы йыл мөғжизәләре тураһындағы әкиәт айырыуса бәләкәй тамашасыларға оҡшаны. Улар әкиәт геройҙарын шундай ихласлыҡ менән ҡабул итте. Уҡыусыларҙың сығышы тамамланыуға майҙанға Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ултырған машина килеп инде. Улар артынан Ҡыш бабайҙар парады күренде. Бер юлы шул тиклем Ҡыш бабайҙы күреп, бәләкәстәр аптырап ҡалды. Ҡыш бабай ҡотлауҙар еткереп, күстәнәстәр өләшә башланы. Яңы йыл мөғжизәһе майҙанда бер нисә урында ойошторолған уйындарҙа дауам итте. Бүләк киҫеү, бер аяҡҡа саңғы кейеп йүгереү, ике ҡуллы бысҡы менән утын киҫеү, санала шыуыу, арҡан тартыу кеүек ярыштар, гер күтәреү, ҡул көрәштереү үҙ ҡатнашыусыһын тапты. Уйындарҙа олоһо ла, кесеһе лә әүҙем ҡатнашып, бүләктәр алып ҡыуанды.

Венера Арыҫланова.
Читайте нас: