Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2018, 14:34

Балтас районы Балалар сәнғәт мәктәбенә музыка ҡоралдары алынды

Балалар сәнғәт мәктәбе коллективы Яңы йылға шатлыҡ-һөйөнөстәр менән аяҡ баҫа. Төрлө бәйгеләрҙә еңеүҙәр, призлы урындар яулау менән бергә мәктәбебеҙгә яңы музыка ҡоралдары алыныуы менән дә тарихҡа инеп ҡаласаҡ был йыл.

Әлеге көндә сәнғәт мәктәбендә 400-гә яҡын бала шөғөлләнә. Уларҙың һаны йылдан-йыл арта. Бирелә сәнғәткә ғашиҡ, үҙ эшен яратып башҡарған 13 уҡытыусы эшләй. Уларҙың өсөһө — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Балалар биш йүнәлеш буйынса шөғөлләнә. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наил Ғәлләмов, Илшат Нурҡаев, Рәзидә Әхмәтова халыҡ инструменттары бүлегендә балаларҙы төрлө музыка ҡоралдарында уйнау серҙәренә төшөндөрә. Фортепиано бүлегендә Эльмира Ғайфуллина оҙаҡ йылдар эшләй. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Раушания Хәсәнова, Венера Баландина, Айдар Ғәлләмов хореография бүлеген етәкләй. Бейеүселәребеҙ төрлө ҡалаларҙа булып, әленән-әле үҙҙәренең оҫталығын дәлилләй. Ксения Шакирова, Альберт Шәйхлисламов, Ирина Туҡаева һүрәт төшөрөү сәнғәтенә өйрәтә.

Уҡыусыларыбыҙҙың төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеү яулауы, лауреат исемдәренә лайыҡ булыуы беҙҙе яңы үрҙәргә ҡанатландыра. Йәш музыканттарҙың Бөтә Рәсәй, “Китапты бейеп күрһәтәбеҙ” асыҡ республика конкурсында ҡатнашыуы менән иҫтәлекле булды был йыл. “Ҡыңғырауҙар” фольклор ансамблендә шөғөлләнеүсе балалар (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рая Хәмәева) “Алтын даға” республика конкурсында ҡатнашып, III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. “Яҙғы тамсылар” республика конкурсы, йыр, һүрәт төшөрөү сәнғәте буйынса төбәк-ара олимпиадаларҙа лайыҡлы сығыш яһаны. “Оҙон көй”, “Ирәндек моңдары” республика йыр конкурстарында призлы урындар яулауыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Тәрбиәләнеүселәр Сөмбөл Солтанғәлиеваның Башҡортостан Башлығы стипендиаты булыуы иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе булараҡ тарихҡа инде.

Быйыл Балалар сәнғәт мәктәбе музыка ҡоралдары һатып алыу өсөн 804 мең һум күләмендә субсидия алыуға иреште. Ошо аҡсаларға өс баян, ике цифралы фортепиано һатып алынды. Коллектив, уҡыусылар был ваҡиғаны оҙаҡ көттө.

Ҡыуанысыбыҙҙы район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев та уртаҡлашты. Ул яңы алынған музыка ҡоралдары менән танышты, уҡыусылар менән аралашты. Тәрбиәләнеүселәребеҙ район етәксеһенә оҫталыҡтарын, һәләттәрен күрһәтте. Сара йылы аралашыу мөхитендә үтте. Сираттағы уҡыу йылында сәнғәт мәктәбе 30 ҡурай, биш ҡубыҙ, өс музыкаль үҙәк һәм думбыралар менән тулыланды.

Уҡытыусыларыбыҙ — район тормошонда ҡайнап йәшәүсе шәхестәр. Улар барлыҡ ваҡиғалар уртаһында. Алдағы йылдарҙа яңы сәнғәт мәктәбе төҙөлә башлар, тигән өмөт менән йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ.

Гөлназ Рәхимйәнова,

Балалар сәнғәт мәктәбе директоры.
Читайте нас: