Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2018, 18:42

Ҡариҙелдәр "Сәләм" программаһында ҡатнашты


“Сәләм, Республика!” исемле проектта районыбыҙҙың тыуған яҡты өйрәнеүсеһе, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, тарихсы, республика Яҙыусылар союзы ағзаһы Фидаил Сафин менән бергәләп күркәм Ҡариҙелебеҙҙең ете мөғжизәһен барланыҡ.


Фидаил Әбелғаян улы тарихсы булараҡ, районыбыҙҙың изге урындарын, тәбиғәт үҙе булдырған мөғжизәләрҙе атаны. Иң элек ул Байҡы ауылы янындағы Ҡалатауҙы тәҡдим итте. Был тау сусаҡ (осло) башлы булған ҡаласығы менән дан тотҡан. Урындағы халыҡ Сусаҡтау тип тә әйтер булған. Рус халҡы килеп ултырғас, уны Сусковая гора тип атаған. Уның башындағы таштарҙы аҡтарып, өй нигеҙе итеп алып-һүтеп бөтөргәндәр. Бына шул изге урын районыбыҙҙың ете мөғжизәһе исемлегенә индерелергә тейеш тигән фекерен белдерҙе Фидаил Сафин. Билдәле шағирә, “Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире Лариса Абдуллина студияға шылтыратып, районыбыҙға исем биргән Ҡариҙел йылғаһын ошо исемлеккә индерергә тәҡдим итте. Беҙ быға ҡуш ҡуллап риза. Йәнтөйәгебеҙҙең йөҙөк ҡашы булған, матурлығы менән күптәрҙе һоҡландырған тәбиғәтебеҙҙең ысын мөғжизәһе бит ул Ҡариҙел! Тик йылғабыҙҙың исеме әле булһа Өфө тип аталыуы ғына беҙҙе борсой.

Артабан Муллаҡай ауылынан Нәзилә апай Әхмәтйәнова шылтыратып, шундай мөһабәт, данлы Ыйыҡташ ҡаяһы хаҡында мәғлүмәт биреп, мөғжизәләр исемлегенә индерергә тәҡдим яһаны.

Ҡариҙел ере тәбиғәте менән икенсе Швейцарияға оҡшаш икәнлеген алып барыусылар һыҙыҡ өҫтөнә алғайны инде. Ысынлап та, урманы, балығы, шифалы балы менән данлы, төрлө кейек-януарҙарға, үҫемлектәргә, йылға-күлдәргә, шишмәләргә бай ер ул. Ошо фекергә нигеҙләнгәндәй, студияға Яңы Бәрҙәш ауылынан Мәрйәм апай Ғиндуллина шылтыратып, Ҡариҙел балын маҡтап үтте. Беҙ был тәҡдимде хупланыҡ.

Шәхсән үҙем Ҡариҙел еренең тағы бер мөғжизәһен — ҡайын еләген атаным. Ысынлап та, йәй еттеме, йәш-елкенсәк, олоһо-кесеһе тигәндәй, ҡайын еләге артынан икһеҙ-сикһеҙ ялан-ҡырҙарға ашыға. Әйткәндәй, элек-электән еләк йыйып, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады күпме байыған! Мәҡәлдәр, йомаҡтар, һынамыштар, йырҙар, әкиәттәр һәм башҡалар. Был ижад районыбыҙҙың фольклор коллективтарының нигеҙе булып тора. Мәҫәлән, быйыл район мәҙәниәт бүлеге “Халҡым мираҫы” исемле фольклор коллективтар конкурсы ойошторҙо. Бына шунда беҙ бик матур аҫыл фольклор үрнәктәрен күрҙек тә инде. Студияла телгә алынған Тайҡаш ауылы коллективы хаҡында тап ошо хаҡта әйтергә теләгәйнем. Еләк байрамы унда бик матур уҙғайны. Шуға ла тәбиғәтебеҙ мөғжизәһе итеп ҡайын еләген күрһәттем. Йәй көнө бына шул тәмлекәсте йыйырға ҡайҙарҙан ғына килмәйҙәр?!

Артабан да студияға шылтыратыуҙар дауам итте, береһенән-береһе матур тәҡдимдәр булды. Шулай ҙа Киҙәсе ауылынан шылтыратҡан Әлиә апай Камалыеваның Йүрүҙән йылғаһы хаҡындағы тәҡдимен әйтеп үтмәй булмай. Йырҙарҙа йырланған, риүәйәттәрҙә һөйләнгән был йылға районыбыҙҙың Әтнәш ауылынан алып Ҡараяр ауылына тиклем ағып төшә. Бик етеҙ йылға, бәрҙе балығы менән дан тота. Әйткәндәй, эфирҙан һуң бер яҡташыбыҙ бәрҙе хаҡында әйтергә теләүен, ләкин линия буш булмауын белдерҙе. Йүрүҙән йылғаһы ял итеүселәр, туристарҙың яратҡан урыны. Һал менән ағып төшөүселәр һаны йылдан-йыл арта бара.

Абдулла ауылынан шылтыратыуҙа Торасыҡ атамаһы телгә алынды. Был да ысын тәбиғәт мөғжизәһе — йылға эсендәге яҫтыҡ шикелле күпереп торған ярымутрау ул.

13 декабрҙә республика буйынса мөһим сара — Театр йылын асыу тантаналары уҙҙы. Был сараға ҡариҙелдәр ҙә дәррәү ҡушылды. Мәҙәниәт һарайының “Тамаша” халыҡ театры өр-яңы премьера әҙерләне. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гүзәл Әхмәрова етәкләгән коллективтың рус труппаһы “Клюква в сахаре” исемле спектаклен Байҡы ауылы тамашасыһына тәҡдим итте. Был мәғлүмәт тә алып барыусылар Илгиз Таһиров һәм Гөлмирә Исмәғилева тарафынан хупланды, улар Театр йылын уңышлы үткәреүҙе теләне.

Әлеге ваҡытта районыбыҙҙа ҙур эштәр башҡарыла — Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һалына. Объект республиканың 100 йыллығына арналып, “100 объект” исемлегенә индерелгән. Әле күпер ҡоролоп ҡуйылған, әммә юлдарҙы төҙөкләндереү, ҡороу эштәре күп. Был ҙур күпер районыбыҙҙың иң күркәм урындарының береһе буласаҡ. Ул туристарҙы йәлеп итәсәк, урындағы халыҡ эш менән тәьмин ителәсәк. Объект ҙур мәртәбәгә эйә, ул Ҡариҙел районын күрше Свердловск өлкәһе менән тоташтырыусы канал буласаҡ. Был күперҙе мөғжизәләр исемлегенә индерергә кәрәк тигән тәҡдим дә булды.

Шулай итеп, бер сәғәт ваҡыт башта бик оҙаҡ тойолһа ла, бик тиҙ үтте. Әйтелмәй ҡалған мөғжизәләр, фекерҙәр, тәҡдимдәр бик күп ҡалды. Районыбыҙ халҡы үҙенең тәбиғәт мөғжизәләрен район гәзите аша барлай башлағайны, уны дауам итергә кәрәклеге бөгөн көн ҡаҙағына ҡалҡты.

Тура эфирҙан һуң Ҡариҙел беҙҙе ихлас ҡаршыланы. Тапшырыу тураһында йылы һүҙҙәр ишеттек. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа, телевидениела эшләүсе яҡташтарыбыҙ Вәрисә Ниғмәтуллина һәм Ришат Миндияровтың ныҡлы терәген тойҙоҡ. Ҙур рәхмәт уларға. Тағы ла республика картаһында беҙҙең фотолар беркетелеүенә лә ғорурланып ҡуйҙыҡ. Был проектты район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин да ҡараған һәм ҡәнәғәт ҡалған. Ҡайтҡас беҙҙе үҙенең янына саҡырып алды. Ерҙе, илде һөйөүебеҙ, мәғлүмәттәргә эйә, тыуған яҡтың ер-һыу атамалары менән хәбәрҙар булғаныбыҙ өсөн Илдар Вил улы рәхмәт әйтеп, Почет грамотаһы һәм бүләк тапшырҙы. Барыбыҙға ла еребеҙҙең мөғжизәләрен белеү мөһим, тине ул. Киләсәктә районыбыҙҙың ете мөғжизәһе хаҡында атлас йәки буклет, китап сығарғанда бик яҡшы булыр ине.

Гөлнара Солтанова, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге белгесе.
Читайте нас: