Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2018, 18:11

Республикаға буран килә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы республикала көслө буран сығасаҡ тип иҫкәртә. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн һәм иртәгә һауа торошо тотороҡһоҙ буласаҡ. Урыны менән көслө ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары барлыҡҡа килеүе көтөлә. Ел секундына 17-22 метр тиҙлектә иҫәсәк.


Ҡотҡарыусылар ел көсәйгәндә биналарҙан сығыуҙы сикләргә кәңәш итә. Айырыуса балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.



Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Фото: “Башинформ” МА
Читайте нас: