Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2018, 18:59

Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы автопаркы тулыланды

Үҙәк район дауаханаһына яңы ашығыс медицина ярҙамы автомобиле ҡайтарылды. Ул кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Урында ауырыуға ашығыс диагностика үткәрергә һәм бәләгә тарыған кешегә беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирә. Баш табиб билдәләүенсә, был машина дауахана өсөн ысын Яңы йыл бүләге булды һәм медицина ярҙамын күрһәтеүҙең сифатын күтәрәсәк.
Читайте нас: