Ҡыҙыл таҫманы киҫеү тантанаһы ҡарткиҫәктәр өсөн бик тулҡынландырғыс булды. Әйткәндәй, районыбыҙҙың иң көслө саңғысылары, теннис, шашка ярыштары еңеүселәре нәҡ бирелә йәшәй. Был уҡыусылар республика кимәлендә лә уңышлы сығыш яһай. Етәкселәрҙең һүҙҙәренән һуң, районыбыҙҙың даны булған был йәш спортсыларҙы ҡотлап үттеләр.