Балалар баҡсаһында Шамил Ғосман улы буш ҡул менән килмәгәйне. Ул сабыйҙарға күстәнәстәр таратты. Өфөнән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа алып килергә онотмағайны мәртәбәле ҡунаҡ. Балалар йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп күрһәтте. Шулай уҡ Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм ҡунаҡтар менән шыршы тирәләй әйләнделәр. Учреждение мөдире Розалия Әғләмова:” Бындай матур сара өсөн беҙ бик рәхмәтлебеҙ. Әйткәндәй, Ҡоролтай депутатынан бер нисә йыл инде тәмлекәстәр алабыҙ. Ә быйыл үҙе шәхсән балаларҙы ҡотланы”, — тип билдәләне.