Йәнтөйәк
-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2018, 12:38

Балтас үҫмерҙәре паспорт алды

Балтас районының 14 йәше тулған туғыҙ үҫмере тантаналы рәүештә ҡулдарына паспорт алды. Тантанала “ГазпромтрансгазУфа” йәмғиәтенең генераль директоры, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Шамил Шәрипов, район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев ҡатнашты. “Берҙәм Рәсәй” партияһының Балтас районындағы башҡарма комитеты етәксеһе Илнур Сираев йәштәрҙе иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотланы, төп документтың ҡыҫҡаса тарихы менән таныштырҙы. Илгиз Әхвәс улы ихлас теләктәрен еткереп, үҫмерҙәргә паспорт тапшырҙы.

Аида Хәйртдинова.
Читайте нас: