Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2018, 12:32

Мишкә районы хакимиәте башлығы буласаҡ табиптар менән осрашты

Мишкә районы хакимиәте башлығы Р.М.Мусин, район үҙәк дауаханаһы баш табибы И.Ж. Абзалтдинов, район хакимиәте башлығының кадрҙар һәм социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Л.Г. Александрова Башҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусы райондаш студенттар менән осрашты. Хакимиәт башлығы буласаҡ табиптарҙы үҙ райондарына ҡайтырға саҡырҙы. И.Ж. Абзалтдинов район дауаханаһындағы вакансиялар менән таныштырҙы. Аралашыу йәнле барҙы, студенттар төрлө һорауҙарына яуап алдылар.


Читайте нас: