Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2018, 17:55

"АУЫЛ УҠЫТЫУСЫҺЫ" ПРОГРАММАҺЫ ЭШЛӘЙ БАШЛАЯСАҠ

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин "Рәсәй" медиаүҙәгенең прес-конференцияһында "Ауыл уҡытыусыһы" программаһын төҙөү хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. "Ауыл табибы", "Ауыл фельдшеры" программалары кеүек үк, был да йәш белгестәрҙе ауылда ҡалдырыуға һәм эшкә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Программаны төҙөргә Радий Хәбиров йөкмәткән.


Ауыл ерендә йәш уҡытыусылар күпләп талап ителә. Хажиндың һүҙҙәре буйынса, күп мәғариф өлкәһе белгестәре үҙ һөнәре буйынса эшкә бармай, был бик ҡатмарлы мәсьәлә. Ауыл мәктәптәрендә эшләүсе йәш уҡытыусыларға аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк.
Читайте нас: