Йәнтөйәк
+23 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
12 Декабря 2018, 13:27

Өфөлә мәктәптә уҡыусы газ баллонынан һиптергән, зыян күреүселәр бар

Йәнә мәктәп уҡыусыһы ҡатнашлығында ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Дим районы мәктәбендә бөгөн 101-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһының икенсе ҡатта газ баллонынан һиптергән.

Шул сәбәпле 15 бала медпунктҡа мөрәжәғәт иткән, уларҙың 8-ен ашығыс ярҙам дауаханаға тикшерергә алып киткән. Уҡыусылар һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре белем усағынан эвакуацияланған.

«Әле биналар елләтелә. Шунан һуң белем биреү процесы дауам итергә тейеш. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», — тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Читайте нас