Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2018, 11:51

Асҡында етемдәр йортло булды

Районда ике етем Асҡын ауылында яңы фатирлы булды. Йорт асҡысын Руслан Ғалишанов менән Фәдис Суфияровҡа район хакимиәте башлығы Фларит Усманов тапшырҙы. Йыл тамамланғансы тағы дүрт етем торлаҡ менән тәьмин ителәсәк. Быйыл был изге эшкә алты миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Бәтә уңайлыҡтары булған йорттарҙы шәхси эшҡыуар "Ҡыямова Л.С." төҙөй.
Читайте нас: