Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2018, 17:32

Радик Юлъяҡшинға миҙал тапшырҙылар


Йырсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнде. Награданы ойошма рәйесе Данир Ғәйнуллин тапшырған. Бүләкләү Башҡорт ҡоролтайының беренсе етәксеһе, ғалим Нияз Мәжитовҡа арналған Хәтер кисәһендә уҙҙы.


«Радик Юлъяҡшин үҙенең ижады аша башҡорт телен, башҡорт йырҙарын пропагандалай. Кешеләр уға ҡушылып йырлай, шиғырҙары һәм йырҙары менән ҡыҙыҡһына. Бөгөн ул милли эстрадабыҙҙа иң ҙур һорау менән файҙаланған артист, — тине ойошма рәйесе Данир Ғәйнуллин. — Беҙ Радик менән күптән таныш. Республиканан ситтә, Рәсәй төбәктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларын үткәргәндә уны үҙебеҙ менән йөрөтә торғайныҡ. Бер ваҡыт шулай Ырымбур өлкәһендәге һабантуйҙа уға палатка ҡалманы. Йәш йырсыға усаҡ янында йоҡларға тура килде. Ул саҡта беҙ: «Иң арзан райдер һиндә», – тип шаярттыҡ. Бына шундай ябай һәм ихлас егет ине. Бөгөн ул – ҙур залдар йыйған популяр артист. Радиктың йырҙары аша кешеләр туған телендә йырлай, шуның өсөн рәхмәт».

Әйткәндәй, иртәгә, 8 декабрҙә, «Өфө-Арена»ла уның концерты була.


Читайте нас: