Ҡариҙел 2-се урта мәктәбе территорияһында каток эшләй башланы. Хәҙер балалар рәхәтләнеп унда конькиҙа шыуа, хоккей уйнай. Белем усағы коллективы катокты ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә эшләне. Алдағы көндәрҙә физкультура-һауыҡтырыу комплексында һәм Ҡариҙел стадионында ла катоктар асылыр тип көтөлә.