Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2018, 14:07

Табиптар 9 йәшлек малайҙың ике ҡул суғын да киҫергә мәжбүр булғандар

Был ғәҙәттән тыш хәл Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында ноябрь аҙағында теркәлгәйне. Унда Бәләбәй районында урамда уйнап йөрөгән малайҙың электр бағанаһына менергә уйлауы һәм яңылыш сымға тейеп, ергә ҡолауы тураһында хәбәр ителгәйне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы Өфө дауаханаһында малайҙың ике ҡул суғын да киҫкәндәр, тип хәбәр итә.

10 000 вольтлыҡ токтан һуғылғандан һуң малайҙың тән йәрәхәттәре бик ныҡ була шул.
Әлбиттә, балалар шуҡлыҡтары бәлә менән тамамланыр, тип бер ҡасан да уйламай. Шуға беҙгә, ата-әсәләргә, ғәзиз балаларыбыҙ менән аңлатыу эштәре алып барырға, үҙҙәрен һаҡларға өйрәтергә кәрәк. Сит балалар булмай, тиҙәр. Күршеләребеҙҙең балалырымы, урамдағы ят балалармы һәр береһенә иғтибарлы булһаҡ ине.
Фото интернет селтәренән алынды.
Читайте нас: