Был эштәрҙән мәктәп коридорында күргәҙмә ойошторолдо. Жюри ағзалары еңеүселәрҙе билдәләгәндә теманы асыуға, оригиналлеккә, ижадилыҡҡа иғтибар итте.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнде.
I урынға Эдера Молдасеитова, Инзилә Ғилманшина (10-сы класс уҡыусылары), Нурания Садыҡова, Алина Байдиева (8-сы класс), Нурсилә Шәрифханова (6-сы класс), Мәрйәм Барыева (7-се класс), Әлфиә Вәлиеваның (6-сы класс) эштәре лайыҡ булды.
Һүрәттәр конкурсында башланғыс класс уҡыусылары ла ҡатнашты. Иң сағыу плакатты 1-се класс уҡыусыһы Радион Хәмәтнуров яһаған.
Эльмира Шәйхуллина, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.