Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2018, 14:42

ЮХХДИ инспекторы иҫерек булған?

БР буйынса Эске эштәр министрлығында Асҡын районындағы ваҡиғаны тикшерәләр. Социаль селтәрҙәрҙә урынлаштырылған видеояҙмаға ышанһаң, ЮХХДИ инспекторы эш ваҡытында иҫерек булған. Әле был хәл ентекләп тикшерәлә.

Видеояҙманы тикшереүселәр мәғлүмәте буйынса, инспектор тонировкалы машина хужаһына тикшереү ниәте менән мөрәжәғәт итә. Машинала ултырыусылар хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкиленең иҫерек булыуына иғтибар итеп, видеоға төшөрә.

БР буйынса Эске эштәр министрлығында инспекторҙың эшенән ситләтелеүе һәм хеҙмәт тикшереүе ойошторолоуын әйттеләр.


Сығанаҡ: “Өмет” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмө.

Фото интернеттан.
Читайте нас: