Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2018, 18:18

Борайҙа “Ихтирамлы водитель — уяу йәйәүле” акцияһы үтте

Борай районында “Ихтирамлы водитель — уяу йәйәүле” акцияһы үткәрелде. Унда Балалар ижады йортонан Юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары отряды ҡатнашты. Сара йәйәүлеләрҙең, шул иҫәптән бәлиғ булмағандарҙың имгәнеүе проблемаһына йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында ойошторолдо. Йәш ярҙамсылар водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен аңлатты, балаларҙың сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлау маҡсатында уларҙы үтәргә кәрәклеген иҫкә төшөрөүсе листовкалар таратты.

Читайте нас: