Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, автобустар менән тәьмин итеүгә электрон аукциондар 27 ноябрҙә иғлан ителгән. Бөтәһе 100 заманса автобус һатып алыу күҙаллана.
Билдәле булыуынса, транспорт саралары заказсыһы – Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты. Контракт 2019 йылдың 31 декабренә тиклем үтәлергә тейеш.
Дәүләт һатып алыуҙары порталында урынлаштырылған документацияға ярашлы, 74 ҡала автобусы, 26 транспорт ҡала-ара бәйләнеш өсөн буласаҡ.