Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2018, 19:12

Ҡариҙел районы Байҡы ауылында Михаил йәрминкәһе йылдағыса матур һәм күңелле үтте

Байҡылар — йомарт һәм традицияларға тоғро халыҡ. Тыуған ауылдарын яраталар һәм әйләнә-тирәлә йәшәүселәрҙе йыл һайын үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыралар. Үткән шәмбелә бирелә танылған Михаил йәрминкәһе гөрләп үтте.


Был йәрминкә байтаҡтан башлап үткәрелә. Халыҡ уны йыл да көтөп ала. Байрам күрергә, концерт ҡарарға һәм, әлбиттә, арҙаныраҡ хаҡҡа нимә булһа ла һатып алырға тип киләләр.

Йыйылыусылар алдында сәләмләү һүҙҙәре менән район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Светлана Туразянова, Байҡы ауыл биләмәһе башлығы Владимир Шерстобитов, педагогия хеҙмәте ветераны Николай Балахнин сығыш яһаны.

Байҡы халҡын һәм килгән ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап, етәкселәре сауҙа рәттәре буйлап үтте. Ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советтары етәкселәре ярҙамында ауылдың өлкән быуын кешеләре лә һәр ваҡыттағыса яҡшы әҙерләнгән. Урындағы урта мәктәп һәм балалар баҡсаһы ла үҙ продукцияһын алып сыҡҡан. Үрге Һөйән, Иҫке Аҡбүләк, Урғыш, Подлубов, Байҡыбаш ауыл биләмәләре вәкилдәре, фермерҙар Владимир Игошев (Раздолье), Сәйфелвәрис Хәйлатипов (Ҡортлокүл), Виктор Булатов (Иҫке Бағаҙы), Флүзә Хәйруллина (Тигермән), Данил Ғүмәров (Хәлил), Ҡариҙелдең 1-се һәм 2-се урта мәктәптәре, Башҡортостан ауыл хужалығы һөнәрселек колледжы һәм башҡа ойошмалар, шулай уҡ Мишкә, Яңауыл райондарынан, Нефтекама ҡалаһынан килгән уңғандар төрлө сорттағы хуш еҫле ҡорт балы, сусҡа, һыйыр, ҡош ите, деликатестар, һөт ризыҡтары, ашлыҡ, төрлө ҡамыр аштары, балыҡ, шешлек, быйма, ойоҡбаш-бейәләйҙәр, халыҡ кәсебе әйберҙәре һәм башҡалар менән сауҙа итте. Ә Ҡариҙелдең 2-се урта мәктәбе коллективы һатыуҙан тыш Дармарка ла ойошторғайны. Уҡытыусылар мохтаждарға йыйылған балалар әйберҙәрен таратты.

— Михаил йәрминкәһе ҡариҙелдәргә байрам кәйефе бүләк итә, ҡунаҡсыл һәм мөләйем, йомарт һәм киң күңелле, шаян рус халҡы тормошон күрһәтеү мөмкинлеге бирә. Унда иң мөһиме һатыу-һатып алыу ғына түгел, ә кешеләрҙе яҡшы эштәргә дәртләндереү, аралашыу шатлығы бүләк итеү, — ти байҡылар.

Гармун моңо, йыр-бейеүҙәрһеҙ, таҡмаҡтарһыҙ йәрминкә буламы һуң?! Урам сәхнәһендә урындағы үҙешсән сәнғәт артистары һәм район Мәҙәниәт һарайынан килгән ҡунаҡтар сығыш яһаны.

Сарала әүҙем ҡатнашҡандары, тәҡдим ителгән тауарҙарҙың төрлөлөгө, үҙенсәлекле биҙәлеше өсөн Байҡыбаш, Ҡариҙел, Байҡы ауыл биләмәләре, Ҡортлокүл, Байҡы, Ҡариҙелдең 1-се һәм 2-се урта мәктәптәре район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Күрше район һәм ҡалаларҙан килгәндәргә лә Почет грамоталары тапшырылды.

Зөлфирә Зарипова.