Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2018, 11:18

Юл фажиғәһендә әсәләре һәләк булған балаларға ярҙам күрһәтеләсәк

19 ноябрҙә Ҡариҙел районында Бөрө — Таҙтүбә — Һатҡы трассаһының юл-транспорт ваҡиғаһында алты кешенең, шул иҫәптән ике бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ҡатындың ғүмере өҙөлдө. Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ошо хаҡта белдерҙе. Һәләк булған ҡатындың 5 йәшлек улы менән 11 йәшлек ҡыҙы ҡалды. Балаларҙың атаһы ла үлгәнгә, улар бөтөнләй етем. Фәрит Ғүмәров республика Хөкүмәтенә уларға финанс ярҙамын күрһәтеү тәҡдим индерҙе.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ошо хәлде контролгә алырға ҡушты.

«Ярҙам күрһәтеүегеҙҙе һәм быны тиҙерәк эшләүегеҙҙе һорайым», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе.


Шулай уҡ ул балаларҙың артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынды.


«Балаларҙы аталарының апаһы опекунлыҡҡа аласаҡ. Шарттар балаларҙы тәрбиәләргә мөмкинлек бирә. Улар Ҡариҙел районының Магинск ауылында йәшәйәсәк», — тине Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе.





Читайте нас: