Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2018, 16:45

Бөрө коррекция мәктәбе уҡыусылары чемпион булырға әҙерләнә

Хәҙер был балаларҙың күнекмәләр үткәреү һәм юғары һөҙөмтәләр күрһәтеү өсөн тренажерҙары, саңғылары, туптары, ҡоршауҙары бар. Быларҙың барыһы ла балаларға Яңы йыл байрамы алдынан паралимпия чемпионы Рима Баталованың “Милләт йәшлеге” хәйриә фондынан һәм “Мегафон” компанияһынан тапшырылды. Бәләкәстәрҙе шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Александр Груздев та килде. Балалар ҡунаҡтарға рәхмәт йөҙөнән матур концерт күрһәтте.


Ольга Платонова.
Читайте нас: