Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2018, 12:27

2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк VI Бөтә донъя фольклориадаһының логотибы барлыҡҡа килде

2020 йылда Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы үтә. Дүрт йылға бер тапҡыр уҙып торған сараның үҙ логотибы барлыҡҡа килде.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Республика халыҡ ижады үҙәге 2018 йылдың сентябрендә Фольклориада логотибын эшләүгә конкурс иғлан иткәйне. Ошо көндәрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Еңеүсе — Өфөнән дизайнер Андрей Масленников («Ависком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте).


Конкурсҡа Башҡортостандың район-ҡалаларынан, Рәсәй төбәктәренән бөтәһе 70-тән ашыу ғариза бирелгән. Еңеүсе — аҡсалата приз, ә барлыҡ ҡатнашыусылар рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.


БЕЛЕШМӘ


Беренсе Фольклориада 1996 йылда Голландияла, икесеһе – в 2000 йылда Японияла үтә. Өсөнсө тапҡыр ул Венгрияла уҙа. 2012 йылда был ҙур сараның үтеү урыны Көньяҡ Корея булды. Һуңғыһы 2016-ла Мексикала гөрләп үтте.