Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2018, 14:51

Балтаста ”Тамаша” театраль коллективтар республика конкурсы үтә

27 ноябрҙән 29-ына тиклем Балтас районында Фәрдүнә Ҡасимова призына ”Тамаша” театраль коллективтар республика конкурсы үтә. Унда Асҡын, Балтас, Благовар, Бишбүләк, Борай, Ғафури, Өфө райондары, Нефтекама, Октябрьский, Өфө ҡалаларының һәүәҫкәр коллективтары ҡатнаша.

Конкурста ҡатнашыусылар өсөн республиканың әйҙәүсе режиссерҙары оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, профессор Фәрдүнә Ҡасимова семинар уҙғара.

Жюри һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы режиссерҙар, актерҙар, рәссамдар, тауыш операторҙары номинацияларҙа билдәләнәсәк.
Читайте нас: