Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2018, 12:56

Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылында мәктәп төҙөлөшөнә һалҡын ҡамасауламай

Беренсе һалҡындар етеүгә ҡарамаҫтан, Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылындағы мәктәп төҙөлөшө бер көнгә лә туҡталмай. Эштәр графикка ярашлы алып барыла.


— Төҙөлөш ҡатнашмаларына туңыуға ҡаршы матдәләр ҡушыла, шуның өсөн беҙҙе һалҡындар ҡурҡытмай — ти участка начальнигы Илшат Гәрәев. — Эште ҡышҡы осорҙа ла туҡтатмаясаҡбыҙ, сөнки шулай булмаһа төҙөлөштө графикка ярашлы тамамлай алмаясаҡбыҙ. Ойошмабыҙҙың һалҡында эшләү тәжрибәһе бар.

Илшат Нәғим улы билдәләүенсә, әлеге объектта 30 төҙөүсе эшләй, уларҙың етеһе — ярҙамсы эшселәр (урындағы халыҡ иҫәбенән), биш берәмек техника йәлеп ителгән.

Участка мастеры эш күләме тураһында һөйләгәндә, әлеге ваҡытта кирбес һалыныуын билдәләп үтте. Спорт залы урынлашасаҡ өлөшөндә эштең яртыһынан күбеһе үтәлгән. Был төп өлөштә лә башҡарылған. Ял көндәрендә төҙөүселәр балалар баҡсаһы урынлашасаҡ ергә нигеҙ блоктарын һала башланы. Мәктәп һәм спорт залына нигеҙ тулыһынса әҙер.

Бынан тыш, айырым торасаҡ янғын һағы резервуары өсөн котлован эшләнгән. Артабан уның стеналары һәм түшәменә арматура һәм бетон йәйеү башҡарыласаҡ.



Белешмә

Ҡышлауйылға ауылында 60 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы менән берләштерелгән 120 урынлыҡ мәктәп төҙөлөшө “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына 100 — объект” программаһы сиктәрендә бара. Уны ғәмәлгә ашырыуға республика бюджетынан 146 миллион һум бүленгән. Эште Өфө ҡалаһының “Корунд” йәмғиәте башҡара.
Читайте нас: