Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2018, 18:49

Борайҙа паркта төҙөкләндереү эштәре башланды

Белеүебеҙсә, районда төҙөкләндереү эштәре иртә яҙҙан көҙ аҙағына тиклем туҡталмай. Яҙ башы менән Борайҙың Ленин урамында кеше ғүмеренә, сәләмәтлегенә ҡурҡыныс менән янаған ҡарт ағастар киҫелеп, урындарына яңылары ултыртылғайны. Әле Борай ауыл Советының күптән түгел үткән сираттан тыш ултырышында ҡабул ителгән 204-се ҡарар нигеҙендә Борайҙың үҙәк майҙанындағы Вострецов паркында ла шундай төҙөкләндереү эштәре башланды.

Был ҡарар 1-се балалар баҡсаһы мөдире һәм ветерандар советы рәйесенең ағастарҙы киҫергә кәрәклеген һорап яҙған мөрәжәғәтен ныҡлап тикшергәндән һуң сығарылды. Ысынлап та, парк террирторияһында үҫкән ҙур ҡайын һәм тирәк ағастарының баҡсаға йөрөгән сабыйҙарҙың, ата-әсәләрҙең, ошо тирәлә урынлашҡан йорттарҙа йәшәүселәрҙең ғүмеренә, уларҙың мөлкәтенә, йорт-ҡаралтыларына ҡурҡыныс менән янауы асыҡланды.

Әлеге ваҡытта был ағастар киҫелә. Киләсәктә йәнә фонтанды уратып алған ағастар алынасаҡ һәм унда бары тик сәскәләр генә ултыртыласаҡ. Шулай уҡ Борайҙың Горький, Пионер урамдарында, 1-се һәм 2-се урта мәктәптәр янында ла бейек, ҡарт ағастар үҫә. Быуындар алмашынып торған кеүек, ағастарҙың да артыҡ бейек үҫкәндәре, ҡартайғандары, үҙәге серей башлағандары киҫелергә тейеш. Был тәбиғи хәл. Әлбиттә, киҫелгән ағастар урынына яңылары ултыртыласаҡ, парк махсус дизайн проекты нигеҙендә яңыртыласаҡ. Бындай эштәр иртә яҙҙан тағы ла дауам итәсәк. Матур, яҡты һәм, иң мөһиме, бер ниндәй ҙә хәүеф янамаған урында ял итеүе лә күңелле икәнлеген һәр кем аңлар.

А. Кәримов, Борай ауыл биләмәһе башлығы.
Читайте нас: