Йәнтөйәк
-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ноябрь 2018, 18:21

Борайҙа күп функциялы үҙәк яҡшы эшләй

Борайҙа күп функциялы үҙәк ағымдағы йылдың 8 октябренән башлап эшләй. Әлегә ҡәҙәр улар өс йыл буйына цоколь этажда, ҡараңғы урында эшләргә мәжбүр ине. Халыҡты хеҙмәтләндереү ҙә өс кенә тәҙрәлә ине. Ә бирелә, яңы урында халыҡ өсөн барлыҡ уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған. Ҙур, яҡты зал, көтөү өсөн махсус йомшаҡ ултырғыстар теҙеп ҡуйылған, ишек төбөнән үк клиенттарға алдан консультация биреүсе, ярҙам итеүсе махсус белгес билдәләнгән, ә иң мөһиме, дүрт урында ҡабул итеү тәҙрәләре булдырылған. Тимәк, дүрт ерҙә бер юлы дүрт проблема сиселәсәк, дүрт хеҙмәт күрһәтеләсәк.

Беҙ көндөҙгө сәғәт ике менән өс араһында барҙыҡ. Бирелә ике тәҙрәлә ике кеше ултыра ине. “Күп функциялы үҙәктә барлыҡ эштәрҙе лә эшләп була тигәнгә ышанмай инем, — тине уның береһе беҙҙе күргәс тә. — Ысынлап та шулай икән. Бер ниндәй ҙә сират юҡ, бер ниндәй ҙә ашығыу, тауыш юҡ. Һорауымды әйттем дә документтарымды бирҙем. Эшем эшләнде”. Был арала тағы ла ике кеше инде. Улар алдан яҙылыу сервисы аша билдәләнгән ваҡытҡа килгән булып сыҡты. “Өйҙән сыҡмай ғына яҙылыу бик уңайлы икән. Бына көнө, сәғәте билдәле булғас, ашыҡмай ғына килдем”, — тине ул ҡатын. Өҫтәүенә, үҙәк төшкө аш ваҡытында ла кешеләрҙе ҡабул итә.

Бирелә ысынлап та күп функция үтәлеүен күреп ҡайттыҡ. Әммә уның иң төп функцияһы — кешеләргә ярҙам итеү, уңайлылыҡ тыуҙырыу. Быны бирелә яҡшы аңлайҙар.

Венера Арыҫланова.
Читайте нас: