Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2018, 16:23

“Йәш армия”сылар сафына ҡабул ителделәр

Асҡын районының “Йәш армия” хәрби патриотик балалар-үҫмерҙәр ойошмаһы 2017 йылда барлыҡҡа килә. Ошо ваҡыт эсендә улар бик күп сараларҙы тулыландырҙы, матурланы. Үҫмерҙәрҙең хәрбиҙәрсә баҫып атлауына, һаҡта торғанда тыныс һәм ғорур йөҙҙәренә ҡарап һоҡланмаған кеше булманы. Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә уларҙы республиканың башҡа үҫмерҙәре менән Өфөлә “Йәш армия”сылар сафына тантаналы рәүештә ҡабул иттеләр.


Был көн ойошма ағзалары өсөн тәьҫораттарға бай була. “Шундай һөнәр бар – Тыуған илде һаҡлау!” тип аталған акция сиктәрендә ойошторолған сара заманса архитектураһы, матурлығы менән һоҡландырған Конгресс-холда үтә. Бигерәк тә күкрәк билдәһе тапшырылыу мәле ныҡ тулҡынландырғыс була. Байрамды Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле сығышы биҙәй. "Йәш армия"сылар Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында йәштәр акцияһында Почетлы ҡарауыл ротаһының һәм Үҙәк хәрби округының махсус тәғәйенләнештәге подразделениелары сығыштарын, хәрби техника өлгөләрен ҡыҙыҡһынып ҡараны, иҫтәлеккә фотоға ла төштө. "Был сара патриотик рухлы, көслө, аң-белемле булырға этәргес бирә. Өфөлә беҙгә бик оҡшаны", — ти ойошма ағзалары.

Сулпан Ғилметдинова.
Читайте нас: