Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2018, 15:58

Һорауҙарығыҙ булһа — яҙығыҙ

– Бөгөнгө йәмғиәттә ғәҙеллеккә мохтажлыҡ ҙур. Шуға ла һеҙҙең был хәлгә ҡарата иғтибарлыраҡ булыуығыҙҙы теләйем, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика һәм муниципаль кимәлдәге киң мәғлүмәт саралары етәкселәре менән осрашыуҙа. – Әгәр ғәҙелһеҙлек осраҡтарына әһәмиәт бирмәйһегеҙ икән, быны һеҙҙең урынға интернет һәм социаль селтәрҙәр эшләйәсәк.


Радий Фәрит улы осрашыуҙа киң мәғлүмәт сараларының йәшәйештәге мөһим социаль әһәмиәтен, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең төп принцибы кешелеклелек булырға тейешлеген билдәләне.

– Әле беҙ был ғәмәл менән социаль селтәрҙәрҙә шөғөлләнәбеҙ. Әгәр район етәксеһе интернетҡа инеп, халыҡ менән бәйләнеш булдыра икән, кешеләр быға өйрәнә башлаясаҡ, һөҙөмтәлә биләмәгә һөҙөмтәлерәк идара итеү, төрлө мәсьәләләрҙе йәһәтерәк яйға һалыу мөмкинлеге асыласаҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ҡайҙа беҙҙең халыҡ – беҙ шунда булырға тейешбеҙ.

Әйткәндәй...

Республика Башлығын урындарҙа муниципалитет етәкселәре лә ишетте. Улар “Фейсбук”та, “Инстаграм”да, “Бәйләнеш”тә һәм башҡа мессенджерҙарҙа бер-бер артлы аккаунттарын булдырҙы. Тимәк, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, әгәр ҙә һеҙҙең район хакимиәтенә йәки шәхсән хакимиәт башлығына һорауҙарығыҙ бар икән, һеҙ социаль селтәрҙәрҙәге үҙ битегеҙҙән уны етәкселәргә бирә алаһығыҙ. Мәҫәлән, Асҡын районы хакимиәтенә һорауҙарығыҙ булһа, түбәндәге аккаунттарға яҙырға мөмкин. https://vk.com/club145517725 («Бәйләнештә»), https://www.facebook.com/groups/694758627547841/(«Фейсбук»), https://www.instagram.com/askino_administration/ («Инстаграм»), https://ok.ru/group/54014805934229 («Класташтар»).
Читайте нас: