Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2018, 18:57

Бөрө кооператив техникумында матур сара үтте

Бөрө кооператив техникумында Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан тематик семинар үтте. Бөгөнгө көндә берҙәм, татыу йәшәйбеҙме? Рәсәй халыҡтарының дуҫлығын нисек һаҡларға һәм милли үҙенсәлекте нисек юғалтмаҫҡа? Сарала студенттар ошо һорауҙарға яуап эҙләне.


Егеттәр һәм ҡыҙҙар 406 йыллыҡ тарихҡа байҡау яһап, ул ваҡыттағы ил патриоттарының юғары рухилығын билдәләне. Рәсәйҙәр ниндәй дин тотоуына, ниндәй милләттән булыуына ҡарамаҫтан, Ватан именлеге өсөн сафҡа баҫа.

Рухилыҡ — ул тормош маяғы, эштәребеҙҙең башы. Йәмғиәттә бер нәмә лә еңел генә түгел. Ләкин беҙ бер илдә йәшәйбеҙ. Мин, мәҫәлән, милләтем буйынса башҡорт. Минең менән бергә рустар, татарҙар, мариҙар уҡый. Беҙҙең үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ бер. Арабыҙҙа бер ниндәй ҙә милли йәки дини конфликттар юҡ. Кәрәк булһа, беҙ уларға ҡаршы сығырға әҙер, — тип үҙ фекерҙәре менән бүлеште уҡыу алдынғыһы Гөлшат Ғилметдинова.

Бөрөнөң “Йәш гвардиясы”лары тамашасыларға хореографик тамаша күрһәтте, республика халҡы телдәрендә байрам менән ҡотланы.

Байрам ҡаланың һәм райондың барлыҡ уҡыу йорттарында ла билдәләнде. Күп профилле һөнәри колледж уҡыусылары тарихҡа экскурсия ойоштороп, “Берҙәмлектә — көсөбөҙ” акцияһын үткәрҙе. “Космос” балалар һәм үҫмерҙәр өсөн клубтар берекмәһе “Рәсәй берҙәмлеге — халыҡтар дуҫлығында” тип аталған класс сәғәте үткәрҙе, тематик стена гәзите әҙерләне.


Ольга Платонова.
Читайте нас: