Бирелә "Заманса ҡала мөхитен булдырыу" федераль программаһына ярашлы үҙгәртеп ҡоролған майҙанды асыу тантанаһы планлаштырыла. Майҙан яңы төҫ алды, тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Унда барыу юлы асфальтланды. Көрәш майҙансығы яңыртылды. Шулай уҡ сәхнә үҙгәртеп ҡоролдо. Хәҙер бирелә ҙур концерттар уҙҙырыу мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, беренсе концерт яҡташтарыбыҙ — автор-башҡарыусы Азат Имаев, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рифҡәт Ғәбделйәнов ҡатнашлығында үтәсәк.