Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Октябрь 2018, 17:06

Балтас мариҙары ғорурлығы

Балтас районының Түбән Иванай ауылында райондың “Эрвел марий” мари милли-мәҙәни автономия идараһының отчет йыйылышы үтте.

Был көндө ҡунаҡтар Балтас ерендә йәшәгән мари милләте вәкилдәренең ҡаҙаныштары, уңыштары, проблемалары менән танышып ҡына ҡалманы, халыҡ ижадына: ҡул оҫталарының күҙ нурҙары ҡушып башҡарылған сувенирҙарына, ҡулланыу әйберҙәренә, Балтас районында йәшәп ижад иткән рәссам Борис Зәйнетдиновтың картиналарына һоҡланды.

Борис Шакир улы бар булмышын уҡытыусы һөнәренә бағышлаған кеше. Иванай урта, Көнтүгеш һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрендә рәсем, һыҙма дәрестәренән уҡытты, Балалар сәнғәт мәктәбе филиалында йәш быуынды һүрәт төшөрөү сәнғәтенә өйрәтте. Уҡыусылары араһында уның юлынан киткән, уңыш яулаған егет-ҡыҙҙар байтаҡ. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Борис Шакир улының ҡулынан бумалаһы төшмәй. Картиналарында тыуған яҡ тәбиғәте гүзәллеге бар тулылығында сағылыш тапҡан. Ҡарап туйғыһыҙ, һоҡланғыс ижад емештәре аша рәссам тыуған яҡ тәбиғәтен күҙ ҡараһылай һаҡларға саҡыра кеүек.
Читайте нас: