Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2018, 13:05

Мостай рухы йәшәй күңелдәрҙә

Әҙип, драматург, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләүгә республикала ныҡлы әҙерлек бара. Был изге эшкә мәктәп уҡыусылары ла төрлө ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулап, үҙ өлөшөн индерә. Асҡын 1-се мәктәбендә ”Күкрәгемдән ҡоштар осорам” тип исемләнгән шиғыр ятлаусылар бәйгеһе үтеүе лә шуға асыҡ миҫал. Был конкурста Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү уңайынан башҡа авторҙарҙың да туған тел, Тыуған ил тураһында шиғырҙарын уҡыусылар яттан һөйләне.


Балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә тиңһеҙ әҫәрҙәр тыуҙырған яҙыусының ижад емештәрен бик күп уҡыусылар ятлаған. Тимәк, улар мәктәп турында әүҙем булған. Мәҫәлән, районыбыҙҙың иң ҙур мәктәптәре тураһында һүҙ алып барһаҡ, Асҡын 1-се мәктәбендә 35 уҡыусы шағирҙың әҫәрен ятлаған. Ә Асҡын 2-се мәктәбе уҡытыусылары иллегә яҡын баланың шиғыр ятлауы тураһында белдерҙе. Күңелендә Мостай рухы йәшәгән, туған теленә битараф булмаған, республиканың дәүләт телен теләп өйрәнгән был уҡыусыларҙың барыһына ла “Афарин!” тибеҙ.

Бәйгенең район турында 14 мәктәптән барлығы 47 уҡыусы ҡатнашты. Иңдәрендә ҡанаттар тойған балалар бөтәһе лә тиерлек сәхнәлә үҙен иркен, ышаныслы тотто. Улар башлыса Мостай Кәримдең киң билдәле йәки мәктәп программаһына ингән әҫәрҙәренә туҡталған. ”Ҡоштар осорам", "Ҡайын япрағы тураһында", “Уҡытыусыма”, “Ләйсән”, ”Рус түгелмен, ләкин россиян мин", “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырҙары, "Айгөл иле”, ”Өс таған”, ”Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрҙәренән өҙөктәр йышыраҡ яңғыраны.

Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Фәүзиә Рәхимғолова, Зөлфиә Ханнанова шиғриәтен дә һайлағандар.

Әҫәрҙең идея-темаһын асҡанда, авторҙың кисерештәрен тамашасыға еткергәндә бәйгеселәр ым-ишараны оҫта ҡулланды, тауыштың сихри көсө тураһында ла онотманы. Тамашасыға йәлләү, нәфрәт, шатлыҡ, ҡыҙғаныу, аптырау, һоҡланыу, ғорурлыҡ, әрнеү, һағыш кеүек хис-тойғолар кисереүенә ышандырырға тырышты. Әйтергә кәрәк, күптәр үҙ маҡсаттарына иреште. Мәҫәлән, район үҙәге мәктәптәре уҡыусыларының сығышы һоҡландырҙы. Бигерәк тә Асҡын 2-се мәктәбенең йырсы ла, шиғыр һөйләү оҫтаһы булып та танылған Айгөл Ғарифуллина (уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина) был юлы ла тасуири һөйләүе, образға инә белеүе менән хайран итте. Әйткәндәй, Айгөл күптән түгел Шишмә районы биләмә-ара китапханаһы үткәргән "Күкрәгемдән ҡоштар осорам" II төбәк-ара шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә I дәрәжә Дипломға лайыҡ булды. Ошо уҡ мәктәптән Рузалина Хөснуллинаның, Илина Нәбиуллинаның, Диана Сәлихованың (Дилбәр Заһиҙуллина), Азамат Фәтхетдиновтың, Алһыу Фараеваның (Вилена Фәтхетдинова), Асҡын 1-се мәктәбенән Мурат Ғәлиевтың (уҡытыуысыһы Лилиә Ғәлиева), Адель Сәмиғуллинаның (уҡытыусыһы Эльвира Ғәләүетдинова) сығыштары иҫ китмәле матур булды.

Район үҙәгенән алыҫ урынлашҡан Көнгәк, Табаҫҡытамаҡ, Солтанбәк, Сураш мәктәптәренән дә һәр ваҡыттағыса бәйгегә етди әҙерлек менән килгәндәр. Көнгәктән Лиана Ноғамирова (Зәлифә Миңләхмәтова), Сураш мәктәбенән Лениза Сафина (Вәрисә Садыҡова), Солтанбәктән Әлмир Хафизйәнов (Розалия Факкарова) матур сығыштары менән һөйөндөрҙө.

Ҡышлауйылғанан Динар Шәрифханов (Эльмира Шәйхуллина) башҡорт һәм татар телдәрендә сығыш яһаны. Ул "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" повесынан өҙөк һөйләгәндә залда шылт иткән дә тауыш булманы. Үткән йыл йәш сәсәндәрҙең "Урал батыр" бәйгеһендә Гран-при яулаусы егет ике телдә лә берҙәй таҙа, тасуири һөйләп, был юлы еңеүсе булды. Ошо уҡ мәктәптән Алина Саттарова, Ҡыйғаҙынан Хәлимә Дәүләтгәрәева (Лида Имаметдинова), Арбаштан Айһылыу Ибраһимова (Диләрә Ғиндуллина), Ҡашҡанан Дилә Хажиәкбәрова (Ирина Мәснәүиева), Урмияҙҙан Алина Әхмәтова (Ралия Әхмәтдинова), Ҡубияҙҙан Алина Ҡотлоева (Резеда Ғәлләмова) бик тәьҫирле һөйләне.

Сарала шиғыр һөйләүсе уҡыусыларҙың башҡа һәләттәре барлығы ла асыҡланды. Сығыштар тамамланып, жюри һөҙөмтә сығарған арала сәхнәгә бәйгеселәр араһында йырға, бейеүгә оҫталар күтәрелде. Зал күмәкләп тә, шулай уҡ яңғыҙ башҡарыусыларҙың да моңона күмелде. Өҙҙөрөп бейеүселәр ҙә булды.

Һөҙөмтәләрҙе иғлан итер алдынан, жюри рәйесе Дилбәр Заһиҙуллина бөтә уҡыусыларҙың да тик маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ булыуы, урындарҙың II-IV, V-VII, VIII-XI кластар араһында билдәләнеүе, ниндәй критерийҙарҙан сығып баһаланыуы тураһында һөйләне. Уҡыусыларға Почет грамоталарын, Маҡтау ҡағыҙҙарын район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Әхмәтова тапшырҙы. Еңеүселәр, призерҙар, номинацияла билдәләнеүселәр... Ниһайәт, Гран-приға лайыҡ булыусының исеме билдәле булды. Ул — Дилә Хажиәкбәрова. Диләнең сығышы, ысынлап та, таң ҡалдырғайны шул. Мостай Кәримдең "Әсәйем сирләгәндә" тигән шиғырын шул тиклем ихлас, тәбиғи итеп һөйләне! Уның тигеҙ, матур тауышын тыңлаған һайын тыңлағы килде. Тәү ҡарашҡа ябай ғына шиғыр, ә Диләнең оҫталығы арҡаһында күңелгә үтеп инеп, иң нескә ҡылдарын сиртте.

Район кимәлендә сығыш яһаған башланғыс класс уҡыусылары ла хуплау һүҙҙәренә лайыҡ. Улар араһында Асҡындың 1-се һәм 2-се мәктәптәренән Аделина Шәйхиева (Эльвира Ғәләүетдинова) менән Самира Бәкерова (Вилена Фәтхетдинова), Урмияҙҙан Самира Мөғтәбәрова (Фларида Йәрмөхәмәтова), Көнгәктән Гөлдәр Вилданова (Фәридә Вилданова) оҫталыҡтары менән айырылды.

Уҡыусыларҙың еңеүе артында башҡорт һәм татар телдәре уҡытыусыларының тырышлығы ята. Уларға һәм уҡыусыларға артабан да уңыштар теләйбеҙ.
Сулпан Ғилметдинова. Автор фотоһы.
Читайте нас: