Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Октябрь 2018, 12:43

Ҡариҙел районы Мерәсем ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтарға арнап, яңыртылған стела асылды

Хәтер стелаһын асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илдар Ғарифуллин, уның урынбаҫары Р. Дәүлиев, район Советы секретары Ф. Әйүпов, Ҡариҙел һәм Асҡын райондары буйынса хәрби комиссар А. Аксенов, Мерәсем ауыл Советы хакимиәте башлығы Р. Нәғимов һәм урындағы халыҡ ҡатнашты.

Тыуған илебеҙҙе һаҡлап баштарын һалған ата-бабаларыбыҙҙы онотмаҫҡа, ошо изге урынды һаҡлап торорға кәрәклеген билдәләне үҙенең тәбрикләү сығышында Илдар Вил улы. Мерәсем ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 200-ҙән артыҡ кеше алына, уларҙың 78-е яу ҡырында ятып ҡала. Тыныс тормош өсөн баштарын һалған яугирҙар иҫтәлегенә төҙөлгән стела иҫкергәнлектән, уға капиталь ремонт талап ителә. “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә ҙур эш башҡарылып, ул яңы төҫ алды.
Читайте нас: