Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2018, 14:13

Мишкә районы Мәҙәниәт һарайының матди-техник базаһы яңыртылды

Баймаҡ, Краснокама, Кушнаренко, Яңауыл, Мәсетле, Ишембай, Көйөргәҙе, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Әлшәй, Салауат, Учалы, Бөрйән һәм Саҡмағош райондары араһында Мишкә районының да булыуы беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы хәл. Мәҙәниәт һарайын яңыса йыһазландырыу өсөн барлығы дүрт миллион аҡса бүленгән. Юбилей миҙгелен асыуға арналған концертта халыҡҡа проект сиктәрендә алынған яңы йыһаздар презентацияланды. Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев ҡатнашты.

— “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Тыуған ил мәҙәниәте” проекты халыҡты мәҙәниәт йорттарына ылыҡтырыу, уларҙың рухи һәм мәҙәни ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында булдырылды. Беренселәрҙән булып республикала проектты мишкәләр тормошҡа ашырҙы. Хәҙер һеҙгә ҙур мөмкинлектәр асыла: яңы түңәрәктәр эшләй башлаясаҡ, яңы белгестәр киләсәк, бер һүҙ менән әйткәндә, мәҙәниәт һарайы яңы форматта эш башлаясаҡ, — тине Эльвира Айытҡолова.

Ижади миҙгелде асыуға бай программалы концерт әҙерләнгән. “Эрвел”, “Юго” халыҡ бейеү ансамблдәренең дәртле бейеүҙәре, Марсель Сәлимов, Илфаҡ Арыҫланов, Лина Сәйетгәрәеваның моңло тауыштары тамашасы күңеленә хуш килде.

Лилиә Хәсәнова.

Мишкә районы.
Читайте нас: