Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Октябрь 2018, 18:50

Бөрөлә "Ваҡыт йылғаһы" фестивале үтте


Бөрө ҡалаһы тағы ла тарихи ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтты. Йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүҙең әһәмиәтен билдәләгән Бөтә Рәсәй фәнни-методик форум һәм “Ваҡыт йылғаһы” фестивале студенттарҙы ғына түгел, өлкән быуынды ла үҙенә ылыҡтырҙы.

19 октябрҙә БДУ-ның Бөрө филиалында Бөтә Рәсәй фәнни-методик форумы үтте. Унда илебеҙҙең хәрби-тарихи клубтарынан һәм эҙләнеү хәрәкәттәренән вәкилдәр йыйылды. Улар Өфө, Санкт-Петербург, Мәскәү, Һамар, Һарытау һәм башҡа ҡалаларҙан ине. Конференцияны филиал директоры Салауат Усманов асты. Телмәрендә ул йәй көнө үткән “Ваҡыт йылғаһы” реконструкцияһын йомғаҡланы һәм бындай сараларҙың йәштәрҙе тәрбиәләү өсөн әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Конференцияның пленар өлөшөндә лә, оҫталыҡ дәрестәрендә лә йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү мәсьәләләре ҡаралды. Студенттар илдең үткәне, тарихы менән яҡынданыраҡ танышты. Сара сиктәрендә Бөрө ҡалаһының 7-се мәктәбендә тарих буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы үтте, ә физика-математика факультетында “Фән+” исеме аҫтында конкурс уҙғарылды. Унда робототехника, нанотехнология буйынса башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәләре билдәләнде.

20 октябрҙә “Соколок” паркы хәрби яланды хәтерләтте. Килгән ҡунаҡтар һәм «Бөрө уҡсылары» хәрби-тарихи клубы Рәсәй тарихында булып үткән төрлө дәүер тормошон күрһәтте. Тамашасылар X славян лагерҙарын, урта быуат осорондағы ысын һуғыштарҙы ҡараны, Беренсе донъя һәм Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарының яландағы фажиғәләрен тамаша ҡылды. Һалдаттар Рәсәй армияһының бер нисә быуат буйына нисек яңырыуын һәм тарихи ваҡиғалар ағышын күҙ алдына килтерергә ярҙам итте. Эҙләнеү отрядтары үҙҙәре тапҡан әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторҙо. Унда ҡоралдар, кейемдәр, һуғыш осоро аҡсалары урын алды.

Шул уҡ ваҡытта педагогика факультеты уҡытыусылары “Батырҙар уйыны”н алып барҙы. Гер күтәреү, канат буйлау, йүгереү кеүек спорт ярыштары ойошторолдо. Инженер-технология факультеты студенттары иһә боронғо эш ҡоралдарында эшләү тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Элеккесә балсыҡтан һауыт-һаба яһау, эш ҡоралдары юныу өлгөһөн күрһәттеләр.

Реконструкцияны ойоштороусылар киләсәктә тағы ла яңы идеялар һәм эҙләнеү эштәре алып барыу ниәте менән таралышты.

Ғәлиә Ғәниева.
Читайте нас: