Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2018, 14:43

Бөрө ҡала тарих музейында үҙенсәлекле сара үтте

Бирелә Баймаҡ ҡалаһынан Зөлхизә һәм Зәбир Тувалевтар үҙҙәренең ярҙамсылары менән “Башҡортостандың алтын бөртөктәре” тип аталған төрлө жанрҙағы концерт ойошторҙо. Ул Башҡортостандың 100 йыллығына арналып, Республика көнө алдынан үтте.


Тувалевтар бер нисә йыл инде республика ҡалалары һәм райондары буйлап йөрөп, тыуған яҡҡа арналған мауыҡтырғыс программаларын тәҡдим итә. Улар балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә сығыш яһай, ололар менән ижади осрашыуҙар үткәрә.

Башҡорт композиторҙарының классик һәм популяр әҫәрҙәре моңо аҫтында музейға килеүселәр Урал аръяғы рәссамдары союзы ағзаһы Зәбир Фәрит улының картиналары менән танышты. Уларҙа Баймаҡтың сағыу, матур тәбиғәте, ауыл тормошонан ябай күренештәр һүрәтләнгән. Бөрөләргә Талҡаҫ күле, Ғәҙелша шарлауығы, Ирәндек тауҙары һәм Башҡортостандың башҡа тәбиғәт ҡомартҡылары төшөрөлгән картиналар бик оҡшаны. Рәссамдың ижад емештәре менән танышыу йыр-моң менән аралаштырылып барҙы.

Зөлхизә Тувалева ҡунаҡтар өсөн интерактив байрам ойошторҙо. Ул Баймаҡ районында йәшәгән башҡорттарҙың тарихы, мәҙәниәте, традициялары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырҙы. Иҫ киткес матур тегелгән милли кейемде күрһәтте. Ҡунаҡтар үҙҙәре менән бер нисә башҡорт уйын ҡоралы алып килгәйне. Ҡурайсы Самат Бикбулатов оҫта итеп милли көйҙәр башҡарҙы. Наилә Йосопова моңло итеп ҡыл-ҡубыҙҙа уйнаны. Тамашасылар үҙҙәре лә көйҙәргә ҡушылып ихлас бейене, ҡурайға ҡушылып ағас ҡалаҡтар һуҡты, йырланы.

Был көндө музей ҡунаҡтары ҡубыҙ менән танышты, “Ҡарға бутҡаһы” тураһында белде, башҡорт бейеүенең төп хәрәкәттәрен өйрәнде.

Сараға килеүселәр башҡорт донъяһына ойошторолған сәйәхәттән бик ҡәнәғәт ҡалды.

Ольга Бунакова.
Читайте нас: