Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2018, 12:20

Мишкә районы Камай ауылы — "Имен ауыл" проектында



Проект сиктәрендә янғынға ҡаршы хеҙмәт бүлексәләренең автомобиль паркын яңыртыу, ирекле янғын һүндереү командаларын техника менән тәьмин итеү планлаштырыла. Янғын-ҡотҡарыу көстәре стратегияһы сиктәрендә 2030 йылға тиклем республика территорияһында йыл һайын 13 янғын автомобиле һәм 11 берәмек прицеплы һауыт тапшырыласаҡ. Һынау урыны итеп районыбыҙҙың Камай ауылы һайланды.

Камай ауыл биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүленә. Һуңғы йылдарҙа ауыл биләмәһе Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһында ҡатнаша. Уның ярҙамында янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү мөмкинлеге тыуҙы — Программа буйынса 730 мең һум аҡса алдыҡ, 100 мең һум халыҡтан йыйылды, 40 мең һум күләмендә бағыусы ярҙамы күрһәтелде. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә элекке магазин бинаһы янғын һүндереү автомобиле һәм ирекле янғын һүндереүселәр командаһы өсөн йылытылған бокс итеп йыһазландырылды. Хәҙер унда ошо уҡ программа буйынса алынған яңы трактор тора.

Һәм бына хәүефһеҙлеккә яңы аҙым — “Имен ауыл” проектының һынау урыны итеп Камай ауылы һайланды. Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе ауылдың барлыҡ өйөндә лә янғын сығыуҙы хәбәр итеүсе ҡоролмалар урынлаштырҙы. Камай ауыл биләмәһе башлығы Герман Байдимиров әйтеүенсә, биләмәнең барлыҡ ауылында ла прицеплы янғын һауыттары бар. Камайҙа улар икәү, ә янғын һүндереү машинаһы әлегә тиклем булманы. Ирекле янғын һүндереүселәр командаһы составына 10 кеше индерелгән.

Район хакимиәте ярҙамы менән Бөрө йылғаһында күпер эргәһендә пирс төҙөлдө.

Проектты эшләтеп ебәреүгә арналған тантаналы сарала Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Камай ауыл Советының ирекле янғын һүндереүселәр командаһына янғын һүндереү машинаһы бирҙе. Уның асҡысы тәжрибәле водитель Владимир Аҡбулдинға тапшырылды.

Мишкә район хакимиәте башлығы Рөстәм Мусин бөтәһенә лә рәхмәт белдереп, хәҙер ҡурҡыныс янаған ваҡыттарҙа Камай ауыл биләмәһе һәм яҡын-тирәлә урынлашҡан ауылдар, райондар халҡына ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килеүен билдәләне.

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ирекле янғын һүндереүселәргә Почет грамоталары тапшырҙы.

Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Радик Гарданов аңлатыу-профилактика эшен алып барыуҙың мөһимлеген билдәләне. Был маҡсатта янғын дружиналары ағзалары уҡытыла, халыҡ менән эш алып барыла.


Фирҙәүес Ҡадиҡова.
Читайте нас: